Тик берәүһе тороп ҡалған Һинең бүләк һырғанан. Иҫтәремә төштө инде Баҡсалағы һырғанаҡ. Һап-һары шул һырғанаҡтай Һәр бер быуының һайын, Татлы емеш булып һиңә Һарылғым килде тағын. Емештәре татлы ла һуң, Сәнскеле – һабағы. Әрнеүҙәрһеҙ генә булмай Саф мөхәббәт һабағы.